Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайҙа тормош яҡшыраҡ?
Ҡайҙа тормош яҡшыраҡ?Рәсәй пенсионерҙары сит илде һайлай

Өлкәнәйгән һайын аҡса эшләү мөмкинлеге кәмей. Шуға күрә бөтә донъяла ололарҙың йомшағыраҡ тәбиғәтле, көнкүреш шарттары, медицина хеҙмәтләндереүе яҡшыраҡ булған илдәргә күсеп китеү күренеше күҙәтелә.

Торғаны ожмах!

Мәҫәлән, Германия, Финляндия пенсионерҙары ҡартлыҡты Италияла үткәреүҙе хуп күрә, американдар экватор буйы илдәрен һайлай. Хатта донъяла иң яҡшы тәьмин ителгән инглиздәр ҡартлыҡтарын Кипрҙа үткәрергә ынтыла. Теге йәки был дәүләттең ололар өсөн ылыҡтырғыслығын билдәләүсе күрһәткестәр бер нисә: медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифаты, йәшәү хаҡы, тәбиғәт шарттары, инфраструктура үҫеше һәм пенсионерҙарҙы яҡлаусы махсус программаларҙың барлығы.
Ошо күрһәткестәргә тап килгән алдынғы илдәр рәтендә Панама, Мексика, Эквадорҙы күрергә була. Уларҙан тыш, Яңы Зеландия, Коста-Рика, Гондурас, Австралия, Никарагуа, Аргентина — йәшәү шарттары ҡулайлы булған илдәр исемлегендә. Улар нимәһе менән Рәсәйҙән яҡшыраҡ һуң? Эквадорҙа, мәҫәлән, пенсионерҙар өсөн бик күп ташлама ҡаралған, шул иҫәптән, коммуналь хеҙмәттәргә лә. Кафелағы бик яҡшы төшкө аш өс долларҙан да артмай. Такси хаҡы — 1 доллар. Ә медицина хеҙмәтләндереүе ололар өсөн түләүһеҙ.
Панаманың иң яҡшы районында фатирҙы ҡуртымға алыу айына 500 доллар тирәһе генә. Бында концерт залдары, музейҙар ифрат күп, йөкмәткеле ял өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Дәүләт программаларында күңелле сараларға ҡарттар өсөн 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Йәмәғәт транспортында йөрөү, ресторандарҙа туҡланыу өсөн дә ҙур ғына ташламаларҙан файҙаланырға мөмкин.
Мексикала медицина хеҙмәте сифатына тел тейҙерерлек түгел. Йыллыҡ медицина страховкаһы 150 доллар ғына тора. Өҫтәүенә, 60 йәшкә еткәс, пенсионерҙарҙың милли Мексика ассоциацияһы карточкаһы буйынса төрлө ташлама һәм һалым льготаларынан файҙаланырға була.

Ҡарттарға кешесә мөнәсәбәт

Европала ҡайтарылырға тейешле лизинг схемаһы киң ҡулланыла. Күсемһеҙ милекте түбән хаҡҡа (тулы хаҡының 10-дан 50 процентына ҡәҙәр) алып була. Бер шарты бар: ул шунда уҡ милеккә тулыһынса күсмәй. Ҡағиҙә булараҡ, 10-20 йылдан һуң ғына уның ысын хужаһына әүереләһең. Ошо осор эсендә фатир ваҡытлыса ҡуртымға бирелә һәм уны һатҡандағы финанс юғалтыуҙары компенсациялана. Испанияның курортлы райондарында ошо рәүешле торлаҡлы булыу әүҙемләшкән. Ҡартлыҡты йылы диңгеҙ буйында үткәреү — күптәрҙең яҡты хыялы. Испания хаҡлы ялдағылар өсөн тормош кимәле буйынса рейтингта дүртенсе урында тора. Gordon Rock халыҡ-ара күсемһеҙ милек агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йәшәү өсөн айлыҡ сығымдар 600-ҙән 800 евроға тиклем тәшкил итә. Был — Германия һәм Швейцария кеүек алдынғы илдәрҙәгенән бер нисә тапҡырға кәмерәк. Испанияның үҫешкән инфраструктуралы торлаҡ комплекстары ла ололарҙы үҙенә йәлеп итә.
Беҙ Рәсәйҙә торлаҡҡа хаҡтың, коммуналь түләүҙәрҙең туҡтауһыҙ артыуына тамам күнеккәнбеҙ, телеэкрандарҙағы криминаль яңылыҡтарҙан сәс үрә тора, хатта кис урамға сығыу ҙа ҡурҡыта. Тағы ла шуныһы, хаҡлы ялға сыҡҡан кешеләргә ҡарата Рәсәйҙә мөнәсәбәттең һалҡынайыуы күҙәтелә, улар үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп тоя алмай.
Рәсәй пенсионерҙарын төрлө илдәрҙә осратырға мөмкин. Нигеҙҙә Кипр, Болгария, Португалия, Төркиә тарафтарында. Өлкән йәштәге эмигранттарҙы Болгария ҡолас йәйеп ҡаршылай. Бында айлыҡ йәшәү сығымдары 200 евро тирәһе генә тәшкил итә, өҫтәүенә болгар хөкүмәте мигранттар ағымын көсәйтеүгә йүнәлтелгән закондар сығара. Торлаҡ хаҡы ла артыҡ “тешләшмәй”. Пенсионерҙар өсөн илгә визаһыҙ инеүгә хоҡуҡты гарантиялаған махсус программа булдырылған. Сит илгә күскән саҡта гражданлыҡ хоҡуғын һаҡлағандар алдында Рәсәй Пенсия фонды үҙенең йөкләмәләрен мотлаҡ үтәргә бурыслы. Пенсия аҡсаһының Рәсәйҙәге банк иҫәбендә тупланып барыуы йә иһә сит илгә күсерелеүе ихтимал.
Көнсығыш пенсионерҙары ла тик ятмай. Бынан бер нисә йыл элек үк улар Ҡытайҙы “яулай” башлағайны, әле лә был дауам итә. Сәбәбе — күсемһеҙ милек хаҡының һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙең арзанлығы. Бында Шанхай, Пекин, Гонконг кеүек ҙур мегаполистар тураһында һүҙ бармай. Илгә визаһыҙ инеү мөмкинлеге ошо мөғжизәләр иленә магниттай тарта.

Һәр кем бындай аҙымға бара алмай

Рәсәйҙең “Күсемһеҙ милек баҙары индикаторҙары” интернет-порталының аналитиктары билдәләүенсә, сит илгә даими йәшәү өсөн күсеү бөтә пенсионерҙарға ла ҡулай түгел. Хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем өлкәндәрҙең бер ни тиклем финанс тупланмаһына эйә булыуы шарт. Әлбиттә, теләк көслө булғанда фатирҙы ҡуртымға биреп тә аҡса эшләү мөмкин. Metrinfo.ru интернет-журнал үткәргән һорау алыуҙа 40 — 55 йәшлек мәскәүҙәр ҡатнашты. Уларҙың 51 проценты бер ҡайҙа ла китергә теләмәүен белдергән. Өлкән быуын бындай аҙымды дәүләткә хыянатҡа тиң ҡылыҡ тип баһалай. 27 проценты был хаҡта уйлап та ҡарамаған. 14 проценты бындай мөмкинлектән файҙаланыу юлын эҙләй, ә 8 проценты сит илгә китергә етди ҡарар ҡабул иткән.
Алдынғы илдәрҙә пенсионерҙарҙы социаль яҡлау кимәле бик күпкә яҡшыраҡ булһа ла, унда күскәндән һуң өҫтәмә табыш сығанағы эҙләргә тура киләсәк, сөнки һис көтөлмәгән сығымдарҙың килеп сығыуы ихтимал.
Донъяны дер һелкетеп, тулҡын-тулҡын булып килгән финанс көрсөгө дәүләттәрҙе ҡарттар тураһында яҡшыраҡ хәстәрлек күрергә мәжбүр итә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!”

“Һаулыҡмы әллә бәйлелекме – һайла!” 23.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы проекты нигеҙендә “Һаулыҡмы әллә...

Тотош уҡырға 37

Нуғай үҫеш юлында

Нуғай үҫеш юлында 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Нуғай ауылында 5-се балалар поликлиникаһының стандарт булмаған тәүге...

Тотош уҡырға 50

“Ҡыҙыл зона”нан  сыға алырбыҙмы?

“Ҡыҙыл зона”нан сыға алырбыҙмы? 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ата-әсәнең сәләмәтлеккә мөнәсәбәтенән күп нәмә тора. Демография мәсьәләһе – беҙҙең ил өсөн үтә...

Тотош уҡырға 45

“Был көндө күптән көттөк”

“Был көндө күптән көттөк” 21.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Тау-урмандар ҡосағындағы Белорет тәбиғәте менән генә түгел, данлы шәхестәре менән дә үҙенсәлекле...

Тотош уҡырға 42

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ?

Пенсия йәше: яңы ҡануниәт кемгә ҡағылмаясаҡ? 20.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яҡын арала пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү көтөлә. 24 сентябрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһы...

Тотош уҡырға 60

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән

Халыҡҡа ярҙам йөҙөнән 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Республика халҡы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымды компенсациялауҙың бер нисә төрөнә иҫәп тота...

Тотош уҡырға 55

Илдең киләсәге –  яуаплы ҡулдарҙа

Илдең киләсәге – яуаплы ҡулдарҙа 18.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән күп балалы әсәләргә...

Тотош уҡырға 48

Һыу ҡәҙерен  шишмә ҡороғас белерһең

Һыу ҡәҙерен шишмә ҡороғас белерһең 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Яңы эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы төбәгебеҙҙе ылыҡтырғыс итәсәк. Хәҙерге иҡтисад үҫешен хеҙмәт...

Тотош уҡырға 66

Хеҙмәт яҡлаулы булһын

Хеҙмәт яҡлаулы булһын 14.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Социаль партнерлыҡҡа – сирек быуат Өфөләге Конгресс-холда Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү...

Тотош уҡырға 47

Һүҙлек

Һүҙлек 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Страховка пенсияһы күләмен ҡайтанан иҫәпләү – страховка пенсия күләменең үҙгәреүе. Рәсәй Пенсия...

Тотош уҡырға 61

Хаҡлы ял кәртә түгел

Хаҡлы ял кәртә түгел 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Бөгөн пенсия йәшен арттырыу тураһында күп һөйләйҙәр. Берәүҙәр был яңылыҡты хуплап ҡабул итте,...

Тотош уҡырға 53

Алдан юллау отошло

Алдан юллау отошло 11.09.2018 // Социаль мәсьәлә

Пенсия фонды бүлексәһенә паспорт, СНИЛС, никах таныҡлығын ғына алып барҙым. Әммә унда тағы ла әллә...

Тотош уҡырға 81