Илле гармунсы бергә сығып баҫһа...Бай тарихлы Йәрмөхәмәт ауылына быйыл 280 йыл тулды. Бөгөн дә ул тотороҡло үҫеш юлында: яңы йорттар ҡалҡа, халыҡ дәртләнеп донъя көтә. Урындағы мәҙәниәт йортоноң да ишеге ябылмай, йыр-моңға ғашиҡ йәрмөхәмәттәр һәр сараға, байрамға эркелеп килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 61 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмаларында — ябай халыҡтың күңел матурлығыКемгә нисектер, әммә миңә, “Башҡортостан” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсе булып эшләгән Шәйхелислам Айсыуаҡовтың юлын дауам итеүсе булараҡ, уның хаҡында ишетеп кенә түгел, йыш ҡына аралашырға ла насип итә. Тәүҙәрәк ул мине бер аҙ һағайыбыраҡ ҡабул итте, тора-бара мәҡәләләремә ҡарата үҙ фекерен әйтеп, төрлө кәңәштәр бирҙе, эш алымдары менән уртаҡлашты, үҙе эшләгән йылдар дәүерендәге төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп, күңелдәрҙе күтәреп алырға, журналист һөнәренең булмышын бар яҡлап асырға тырышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
ТАМЫРҘАРҘЫ ЭҘЛӘП, НӘҪЕЛ ЕБЕН ЯЛҒАП...Егерменсе быуаттың алтмышынсы йылдарында СССР ауыр һуғыштан һуң аяҡҡа баҫа. Тап ошо осорҙа ил буйлап Бөтә Союз төҙөлөштәре киң ҡолас ала. Меңләгән йәштәр илдең төрлө мөйөштәренә, шул иҫәптән союздаш республикаларға эшкә китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 48 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөнөң “Веселинка” ансамбле еңеү яулап ҡайтты

Баҫ, баҫ, өҙә баҫ!Өфөләге В.М. Комаров исемендәге балалар ижад һарайының “Веселинка” өлгөлө балалар хореография ансамбле, Абхазияла “Күңел иле” халыҡ-ара фестивалендә башҡорт бейеүҙәрен башҡарып, бер Гран-при, өс беренсе урынды яулап ҡайтты. Шулай итеп, йәш бейеүселәр ансамблдең 25-се юбилей миҙгелен ҙур уңыш менән тамамланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙендә торҙо Әлиә...Бынан бер йыл элек балалар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Ҡара һауыттан гүзәл әҫәр” конкурсында ҡатнашыусылар менән осрашырға насип иткәйне. Бәйгелә икенсе урынды яулаған ҡыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыһы Әлиә Хөснөтдинова матбуғат конференцияһында “Киләһе йылда мотлаҡ беренселекте яулаясаҡмын”, — тип һүҙ бирҙе һәм... вәғәҙәһендә торҙо – быйыл ул Ҡырымдан Гран-при менән ҡайтып төштө!
Ком: 0 // Уҡынылар: 163 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Өмөтлө йәштәр үҫә!”“Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһен баһалаусыларға килгәндә, улар Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары – Ринат Сөләймәнов, Лариса Абдуллина, Рәшит Зәйнуллин, Фирүзә Абдуллина. Фестивалгә күптәре килә алмаһа ла, биш ай дауам иткән һайлап алыу турында һәр кем тос фекере, ғәҙел баһаһы менән бәйгегә мәртәбә өҫтәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 97 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәйгеселәр “Ҡош юлы”нда алған тәьҫораттары менән уртаҡлаша

Нәркәс ҠӘЙЕПҠОЛОВА, БДМУ студенты, Әбйәлил районы:
“Үҙем кеүек һүҙ сәнғәтенә ғашиҡтарҙы осратыу мине бәхетле итте”– Хыяллана торғас, ниһайәт, быйыл “Ҡош юлы” шиғриәт бәй­ге­һендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бында миңә бөтә­һе лә оҡшаны, ямғыр яуһа ла, тирә-яҡта йылы, күңелле мөхит булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 108 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәйге күп һәләттәргә ҡанат ҡуйҙы, яңы исемдәр асты

Башҡорт шиғриәте өсөн оло асыш“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале етенсе йыл рәттән алдынғы ҡарашлы, рухлы башҡорт йәштәрен генә түгел, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә битараф булмағандарҙы йыйҙы. Әммә һүҙем гитарала уйнап йырлаған бард фестивале ҡатнашыусылары тураһында түгел, ә ошо уҡ проект нигеҙендә уҙғарылған “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһе хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 162 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урамыбыҙҙа дөп-дөп туп типкәндәре ишетелә — беҙҙең бала саҡ, йәшлек иҫкә төшөп китте. Бына футбол олим­пиадаһы һөҙөмтәһе — нисәмә йыл ҡолаҡҡа салынмаған туп типкән тауыш. Күршеләрҙең улдары уйнарға сыҡҡан! Инде таралып китһә ине ошо күренеш!
Компьютерға ҡапланып тик ултыра бит хәҙер балалар...
Ком: 0 // Уҡынылар: 50 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында Ҡырҡ өйлө-мең ырыуының дүртенсе йыйыны уҙғарылды

“Алас!” тигән оран яңғыраны  мең ҡәүеменәДәүләкән районының Яңы Яппар ауылындағы йыл һайын ойошторолоп килгән был байрам йолаға әйләнде. Ауыл халҡы ла, ойоштороусылар ҙа, ошо төбәк тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа был йыйынға етди әҙерләнә, сөнки ул тап ата-бабаларҙың традицияларын һаҡлап уҙғарылған сараларҙың береһе. Бында хөрмәтле игенселәр, ер батырҙары ғына түгел, ә йыл әйләнәһенә халҡы, ошо ырыу, төбәк өсөн хеҙмәт иткән һәр кем телгә алына, киләсәккә пландар төҙөлә, маҡтарҙай ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар сәхнә түренә күтәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 93 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Күк йөҙөнә тәҙрә” милли мәҙәниәттәрҙе берләштерҙе

Халыҡ ижадының тамырҙары тәрәндәОшо көндәрҙә Удмурт Республикаһының Завьялов районында “Күк йөҙөнә тәҙрә” тип аталған IX Халыҡ-ара халыҡ ижады конкурс-фестивале үтте. Билдәле этнограф, ғалим-фольклорсы Дмитрий Зеленин исемен йөрөткән был сара ике йылға бер тапҡыр уның тыуған төйәгендә уҙғарыла. Әйткәндәй, быйылғыһы Рәсәй Президенты Грантына ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фәйез Харрасовтың яңы китабы хаҡында

Йәшәүгә дәрт, өмөт уята “Тауҙарҙа тыуған елдәр”Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә балалар әҙәбиәтенә лә, оло йәштәге яҙыусылар һәм яңы ҡәләм тирбәтеүсе йәштәр ижадына ла ҙур иғтибар бирелә. Йәштәрҙең әленән-әле яңы шиғри йыйынтыҡтары, проза әҫәрҙәре нәшер ителә. Күптән түгел Ринат Сөләймәновтың, Фәнил Бүләковтың, Айгиз Баймөхәмәтовтың, Мөнир Иҡсановтың, башҡа бик күп ҡәләм оҫталарының хикәйә, повесть, шиғыр йәки башҡа әҙәби әҫәрҙәре бер-бер артлы донъя күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәҙерге тел оҫталары ниндәй булырға тейеш?

Нәфисә ТУЛЫБАЕВА: “Йыр, шиғыр яҙыу ҙа – сәсәнлек билдәһе”Ниндәй ул замана сәсәне? Башҡорт халҡы тарих төпкөлөнән килгән сәсәнлек традицияларын һаҡлап ҡала алғанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһенең ижади эшмәкәрлек буйынса урынбаҫары Нәфисә ТУЛЫБАЕВА яуап бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 70 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Шүлгән” эпосының исем туйыЯҡташыбыҙ, күренекле сәсән, халыҡ ижадын йыйыусы, мәғрифәтсе Мөғәлләм Шәйхаттар улы Мирхәйҙәровтың “Шүлгән” китабын руссаға – Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы Гөлшат Әхмәтҡужина, ә “Ҡуңыр буға” китабын яҙыусы, драматург Ғәзим Шафиҡов тәржемә иткән. Күптән түгел район китапханаһында ул эпостарҙың исем туйы үткәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 58 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырмыҫҡалыла фольклор байрамы уҙҙы

Сыңлаһын салғы сыңы!Борондан ауыл халҡы бесәнгә төшөү алдынан ҙур байрам үткәрер булған. Туғайҙа һарыҡ һуйып, матур мәжлескә туған-тыумаса, күрше-тирә йыйылған. Ҡалҡыуыраҡ урында түңәрәк ҡор яһап һөйләшкәндәр, доға уҡылған. Кемгә ниндәй ер бүлергә, нисек эшкәртергә, эшләргә — һәммәһе хаҡында кәңәшләшкәндәр. Бесәнгә төшөү көнөндә үләнде тота килеп саба башламағандар. Тәүҙә йырлап, бал балы менән һыйлашып мәжлес үткәргәндәр. Үләнде, ҡоштарҙы, ағастарҙы һыйлағандар, теләктәр әйткәндәр. Бер көн шулай үткән. Иртәгәһенә генә эшкә тотонғандар. Бесән сабыр алдынан да, бөткәс тә туғандар, ырыу-ара йыйылышып, байрам иткән. Ер рухын, үлән эйәһен ризалатыр өсөн үткәрелгән был сара. Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында уҙған “Сыңла, салғы!” республика фольклор байрамы, әйтерһең дә, ошо мәжлесте хәтерләтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 90 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 16 Алға
Бит башына


ручки кросс цена | Добрый Доктор в Долгопрудном отзывы