Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
"Яҙмыш мине ҡыйырһытты", — тиеп
Сәбәләнмә, зинһар,
Туҡтап тор.
Алда әле тормош сыбыртҡыһын
Татыясағың бар
Күп тапҡыр.

Йөкһөҙ атҡа ҡамсы тейеп бармай,
Йөклөһөнә тейә
Күберәк:
Бәйге атын данға күмәләр бит,
Йөк атына хөрмәт
Бик һирәк.

Ә шулай ҙа һин зарланып барма,
Һинең әле бары
Тай сағың.
Ауыҙлыҡ та ҡаптырырҙар бер саҡ,
Тышауланыр хатта
Аяғың.

Һәм һыртыңа менеп атланырҙар,
(Кем яратһын йәйәү
Йөрөүҙе?!)
Йөк атындай, ана, ғәләм буйлап
Йөгөн тарта хатта
Ер үҙе.

Аҡ болоттар —
Ерҙең күбеге ул,
Ә Ай —
Уның ҡупҡан дағаһы.
Осҡон сәсрәтеп,
Яңы даға
Ҡаға уға Йыһан ағаһы.


Ер сыҙам ул,
"Ыһ" та тимәй хатта,
Үрнәк ал һин
Шундай ныҡлыҡтан.
Бәндә бит ул
Йөктән бөгөлөп төшмәй,
Бөгөлә икән —
Йөгө юҡлыҡтан.

Салауат Әбүзәров



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Элек һәм хәҙер

Элек һәм хәҙер 11.09.2018 // Әҙәби күстәнәс

Һуңғы ваҡыттарҙа Ғүмәр Бәхтиәр улы ауыр уйҙарға йыш бирелә. Үткән ғүмерен иҫенә төшөрә лә “их” тип...

Тотош уҡырға 110

“Быуат ҡанатында”: милләт, шәхес азатлығы, халыҡ бәхете

“Быуат ҡанатында”: милләт, шәхес азатлығы, халыҡ бәхете 03.08.2018 // Әҙәби күстәнәс

Марс Нуриевтең исеме әҙәбиәт донъяһында китап уҡыусыға прозаик та, шағир ҙа, публицист булараҡ та...

Тотош уҡырға 107

Гөлнур ЯҠУПОВА: ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ

Гөлнур ЯҠУПОВА: ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ 06.07.2018 // Әҙәби күстәнәс

Әҫәрҙән өҙөк Асанай! Хыялындағы әкиәти матур был ауылға юл төшмәне шул Һәҙиәгә. ...Таң алдынан...

Тотош уҡырға 152

Зифа менән Заһир

Зифа менән Заһир 29.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Йырҙарҙа йырланғанса, икеһе лә пар килеп ҡауышты улар. Зифа исеме менән бергә тыуған кеүек зифа...

Тотош уҡырға 216

Мәҙәктәр

Мәҙәктәр 16.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Һемәйтте Шағир Рәмил Сурағол менән Мәскәүҙең “Внуково” аэропортында торабыҙ. Ҡаҙағстандың Шымкент...

Тотош уҡырға 287

Тормош күренештәре

Тормош күренештәре 16.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Ғата ҡәйнеше Рәйесте Ҡөрьән ашына саҡырырға килгәндә, тегеһе бер аҙ төшөргәйне инде. – Ҡәйнеш, бер...

Тотош уҡырға 285

Рауил Шаммас: “Беҙ килгәнбеҙ йәшәү өсөн, Һәр милләтте үҙ итеп...”

Рауил Шаммас: “Беҙ килгәнбеҙ йәшәү өсөн, Һәр милләтте үҙ итеп...” 08.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Хәтер итеп Төштәремдә күҙ алдыма килә Гөл-сәскәле яҡты болондар. Төштә генә, ә өнөмдә улар Ҡояш...

Тотош уҡырға 221

Һыуығы ла яраған…

Һыуығы ла яраған… 06.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Наполеон һәр көн иртәнге ашҡа ҡыҙҙырылған себеш килтереүҙәрен талап иткән. Иртәнге аш төрлө ваҡытҡа...

Тотош уҡырға 183

Һатмаған

Һатмаған 06.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Шәкәр заводы беҙҙең ауылдан дүрт саҡ­рым ғына булғас, жом ала торған ғәҙәт бар. Уны һәр ваҡыт...

Тотош уҡырға 188

Шәжәрәгә тиеп  килдек

Шәжәрәгә тиеп килдек 04.05.2018 // Әҙәби күстәнәс

Шәжәрәгә тиеп килдек Тыуған ауылым Боранғол Асылыкүл буйҙарында. Һандуғастар һайрап тора Уның...

Тотош уҡырға 173

Кешеләрҙекеләй

Кешеләрҙекеләй 16.08.2017 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Матур үтһен ялығыҙ / Әҙәби күстәнәс

Бәхәсләшеп алып киттеләр. Юҡтан ғына – ғәләмәт сәмселдәр шул. Сәмселлектәре арҡаһында ла юҡты бар...

Тотош уҡырға 590

Ҡорбан

Ҡорбан 12.07.2017 // Әҙәби күстәнәс

Юҡ, онотоп булмай икән ул йән һөйгән йәреңде, күпме генә йылдар уҙһа ла. Йырҙарҙа йырланған, шиғри...

Тотош уҡырға 678