Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яратам мин был байрамды...”
1 Май — элек-электән күптәрҙең көтөп алған байрамы. Хәҙер кемдер уны тәбиғәткә сығып ял итеү маҡсатында ғына файҙалана, кемдәрҙер баҡсаларында яҙғы эштәрен башлай, ә бәғзеләр өсөн майҙың тәүге көндәре — буш ваҡытын ғаиләһе менән бергә үткәреү мөмкинлеге генә. Элегерәк 1 Майҙы бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул итәләр ине. Ә һеҙ был көндө нисек үткәрәһегеҙ?

Нурулла МИҺРАНОВ,
Белорет районы:
— Был байрамға өлкән кешеләрҙең бихисап хәтирәләре бәйле. Уға апрелдән үк әҙерләнә башлай инек, транспаранттар яҙабыҙ, уларҙы биҙәйбеҙ, ҡағыҙҙан сәскәләр эшләйбеҙ. Гәзит-журналдарҙа хеҙмәт кешеләренә арнап мәҡәләләр сыға ине. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай материалдар һирәк. Хеҙмәт кешеһе бит ҡайҙа ғына һәм ниндәй осорҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, барыбер тырышып эшләй. Уларға хөрмәт бөгөн дә тейешле кимәлдә булһын ине. Нисек кенә булмаһын — 1 Май ҙур байрам, ысын яҙ башланыуын күрһәтә. Уны өлкәндәр ҙә, балалар ҙа һағынып көтөп ала.

Илзидә БӘХТИГӘРӘЕВА,
Күгәрсен районы:
— Быйыл 1 Май һәм 9 Май байрамдарына ял көндәре күп тура килә. Был бик шатландыра, дөйөм алғанда, ун көн самаһы ял итәсәкбеҙ. Ярты отпуск хәтле бит был! Пландар ҙур: өйҙәге эштәрҙе бөтөрөргә кәрәк, аҙаҡ ауылға атай-әсәй янына ҡайтып, баҡса ултырта башларға ярҙам итәсәкбеҙ. Йола буйынса бөтә туған-тыумаса йыйыласаҡ, ит ҡурып табын ҡорасаҡбыҙ.

Сабир ВӘЛИТОВ,
Ишембай районы:
— Беренсе майҙың хеҙмәт байрамы икәнлеге иң нығы ауылда беленә инде ул. Баҡса эштәренең ҡыҙған мәле тап ошо көндәргә тура килә. Ғөмүмән, ҡара яҙҙан алып көҙ аҙағына тиклем ауыл кешеһе ихатанан бик инә лә алмай. Бер ҙә зарланып әйтмәйем быны — иҫән-һау саҡта саф һауала эшләүе, баҡса үҫтереүе, мал ҡарауы ҙур шатлыҡ ул. Балалар, туғандар ҡайтасаҡ. Көндөҙ өмә үткәрһәк, кисен табынға йыйылырбыҙ.

Ильяс ДИЛМӨХӘМӘТОВ,
Өфө ҡалаһы:
— Йәш саҡта яңғырауыҡлы лозунгтар ҡысҡырып, транспаранттар тотоп урам буйында йөрөй торғайныҡ. Ни генә тимә — барыбер күңелле осор булған ул! Заводта эшләгән барлыҡ коллектив менән бергәләшеп сыға торғайныҡ. Берҙәмлекте арттырған, теләктәшлекте сағылдырған байрам ине. Әле иһә был көн сәйәси әһәмиәтен юғалтты. Күптәр 1 Майҙы яҙ башланыу, тәбиғәткә сығып шашлыҡ ҡурыу тип кенә ҡарай. Ә мин элекке осорҙо һағынам.

Вәлиә ИБРАҺИМОВА,
Дыуан районы:
— Яратам мин 1 Май һәм 9 Май байрамдарын! Яңы йыл үҙенсә матур булһа, был яҙ байрамдары икенсе төрлө йәмле һәм күңелле. Бөтә донъя йоҡоһонан уяна, йәшелләнә. Беҙ йыл һайын ғаиләбеҙ менән тауға менәбеҙ. Ҡаланан туғандар ҡайта. Бинокль алып тирә-яҡты күҙәтәбеҙ, фотоға төшәбеҙ. Балалар уйнап ҡыуана.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 68

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең вафат булған көнөндә...

Тотош уҡырға 44

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 52

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 48

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 57

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 69

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 58

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 43

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 58

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 54

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 49

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 53