Фантастик хикәйә

Сәйәхәтсе  китапЯбай ғына китап шкафы. Ундағы өс кәштәгә төрлө-төрлө китаптар теҙелгән. Араларында шығырлап, типография еҫе аңҡып торған өр-яңылары ла, тыштары таушалып, ҡул­дан-ҡулға йөрөп иҫкереп бөткәндәре лә бар.Төрлө телдә, төрлө илдә сыҡҡан, төрлө ҡалынлыҡтағылары ла, ялтырап көлөп торғандары ла, бошоноп, уйға ҡалып, аптырап ҡалғандары ла байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 19 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләкәй саҡта кем генә үсекләшергә яратманы икән?! Миндә был һәләт бигерәк ныҡ үҫешкәйне. Берәй кемдең етешһеҙлеген күреп, шунда уҡ таҡмаҡ сығара инем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡала ҡыҙына ғашиҡ булдым. Ул да миңә ҡарата йылы хистәр һаҡлай ине. Беҙ осраша башланыҡ. Бергәләп театрға барабыҙ, аҙаҡ өйөнә тиклем оҙатып ҡуям. Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла сәскә бүләк итәм. Һәр хәлдә, был күңел асыу өсөн генә түгел, киләсәктә бергә булырбыҙ тип, ҙур пландар ҡора инем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Айгиз, һин иҫәнме ни?!”Башҡорт дәүләт университетында беренсе курсты тамамлап йөрөйөм. Һуңғы имтиханды тапшырһам, сессия шуның менән тамам. Ниһайәт, тыуған ауылыма ял итергә ҡайтам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күсейҙәр күренекле шәхестәрен тәбрикләне

Шатлыҡ бүлешкәндән арта ғынаКүптән йыйына ине ул тыуған яҡтарын күреп, ауылдаштары менән күрешеп, һағыштарын тыуған тупрағына һеңдереп ҡайтырға. Һәм бына осрашыу минуттары үҙенән-үҙе килеп тә сыҡты. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исемгә лайыҡ булғас та, тәүгеләрҙән булып шатлығын ауылдаштары менән уртаҡлашырға ашҡынды ул. Салауат Юлаев премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова ошо көндәрҙә үҙенең тыуған ауылы Күсейҙә булып, ҡорбан салдырып, аят уҡытты, туғандарына зыярат ҡылды, шатлыҡ-ҡыуанысын ауыл халҡы менән уртаҡлашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 39 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары фекер алышты

“Туған тел яҙмышы кем ҡулында?”Дүртөйлө ҡалаһында уҙған “Туған тел яҙмышы кем ҡулында, әҙип?” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”гә лә ике республиканың – Башҡортостандың һәм Татарстандың яҙыусылары йыйылып, тап туған тел мәсьәләһе буйынса фекер алышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 82 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалаға ҡыҙҙар килдеӨфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған Нәзифә Аласова менән Гөлсәсәк Зарипова Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эш башланы. Әйтеүҙәренсә, улар V клас­тан бергә – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназия-интернатында белем алғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормошта ла, ижадта ла ҡулға-ҡул тотоношопСалауат дәүләт башҡорт драма театрында эшләгән актерҙар араһында ғаилә парҙары күп. Әле сәхнәне дер һелкетеп тотҡан йәш, талантлы Рәмзиә менән Рафаэль Ғәйнуллиндар ҙа бергә ижад итеп, татыу ғүмер кисерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға
ЮМОРЕСКА
СохарыйЕйәнсәрем мәктәптән ҡайтыу менән, иҫәнләшеп тә тормайынса:
– Олатай, 23 февралдә мәктәпкә минең менән бараһыңмы? — тип һораулы ҡарашын төбәне. Ватанды һаҡлаусылар көнө икәнен белһәм дә, шаяртып:
– Нимә, берәй этлек ҡылдыңмы, әллә тәртип боҙҙоңмо? — тигән булдым.
– Ю-у-у-уҡ, тәртип боҙорға мин малай түгел бит, сәғәт икелә байрам була. Армияла хеҙмәт иткән ваҡытта берәй ҡыҙыҡлы йәки мажаралы хәлдәр булғандыр, шуларҙы һөйләрһең әле, класташтарымдың да олатайҙары килә, – тип уйға батырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 94 тапҡыр // Тотош уҡырға
ЮМОРЕСКА

Педагогик кәңәшмәлә– Хөрмәтле коллегалар! Бөгөнгө педагогик кәңәшмәнең темаһы – “Федераль стандартҡа ярашлы уҡытыу”, – тине мәктәп директоры Әшрәф Йәһүҙә улы. Ул ҡалын быялалы күҙлеге аша уҡытыусыларҙы ҡарашы менән барланы ла һүҙҙе былай тип дауам итте:
— Хәҙерге мобиль заманда беҙ етеҙ һәм сифатлы эшләү алымдарын уңышлы ҡуллана белергә тейеш. Федераль стандарттар шуны талап итә, – тине пенсия йәшен хәтһеҙ йылдар элек тултырған мәктәп етәксеһе, заманса терминдарҙы урыны-еренә тура килтереп, айырыуса “федераль стандарт” тигәнгә баҫым яһап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 132 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 343 Алға
Бит башына