“Их, троллейбус йөрөтһәң ине!”Малай кеше, техника осратһа, бөтә донъяһын онота бит. Кескәй Таһир ҙа ҡала урамдарына сыҡһа, бер-бер артлы елдергән троллейбустарға ҡарап һоҡланып туя алмай. “Мөгөҙлө автобустың” рулендә үҙе ултырырға хыялланған мәлдәр ҙә булмай түгел. Иң мөһиме — бала саҡтағы хыял тормошҡа аша: Таһир ОРАЗБЕРДИЕВ хәҙер тиҫтә йылға яҡын Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығында водитель булып эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бишенде”лә хәлдәр “бишле”лекТуймазы районындағы “Бишенде” хужалығы тотороҡло үҫеш юлына баҫҡан өлгөлө предприятиелар иҫәбендә. Ул бер нисә йүнәлештә уңышлы эшмәкәрлек алып бара: тоҡомло мал үрсетәләр, иген, мал аҙығы культуралары үҫтереп, етештерелгәнде эшкәртеп һаталар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 24 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫешкә өмөт барҠабатланмаҫ хозур тәбиғәтле Күгәрсен районы һирәк осрай торған тар һәм тәрән үҙәнле Мораҙым тарлауығы, иркен яландары, саф һыулы йылғалары, ҡара урмандары менән дан тота. 1930 йылда барлыҡҡа килгән район республиканың көньяғында урынлашҡан һәм Мәләүез, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы менән сиктәш. Майҙаны – 3371 квадрат километр, халҡы – 28 745 кеше. Был ерҙә тиҫтәнән ашыу милләт һәм конфессия вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 40 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...“Тәүәкән” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡошсолок фермаһында бөгөн ҡыҙыу осор, һәр ерҙә йәнлелек һиҙелә. Төрлө тарафтарҙан килгән халыҡ әле генә инкубаторҙан сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләрен һатып алыу өсөн сиратҡа баҫҡан. Ауыл халҡы һуңғы йылдарҙа ҡаҙ аҫрауға ныҡлап тотондо, тик күптәр бәпкә баҫтырып мәшәҡәтләнмәй. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, инкубаторҙа сығарылған әҙер бәпкәләргә өҫтөнлөк бирә. Үҙең үҫтереп ыҙаланғың килмәһә, һатыуҙа бер нисә тәүлеклеген йә ярайһы ғына буй еткергәнен, йә булмаһа әҙер түшкәһен һайлап алырға була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәр ни өсөн ауылда ҡала?“Иртөбәк” агрофирмаһы етәксеһе Олег Геннадьевич Николаевты эш урынында осратып булманы, уны йәйләүҙә тап иттек. “Әле малдар ҡышҡы миҙгелдән һуң рәхәтләнеп ялан-ҡырҙарҙа тотола. Шөкөр, йәйге фермалар ҙа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылып, һөт-һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Был тәңгәлдә аҡса йәлләмәҫкә тырышабыҙ, сөнки һөт һатыуҙан ғына хужалыҡ ҡаҙнаһына ярайһы табыш килә бит”, — тип ҡаршы алды беҙҙе етәксе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 36 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кооперация – көн талабыБөгөн кооперацияларға берләшеүҙе тормош үҙе талап итә. Баҙар иҡтисады йәшәйешебеҙгә көндән-көн нығыраҡ үтеп инә бара. Хужалыҡтар ҙа, ауыл халҡы ла ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса һөҙөмтәле эшләй. Әммә уны эшкәртеп, тейешле хаҡҡа һата белмәйбеҙ. Әле конкурентлыҡ шарттарында быны яңғыҙың ғына атҡарып сығыу мөмкин түгел. Шуға ла ауыл хужалығы кооперацияларына берләшеү берҙән-бер юл булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 43 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике яҡ өсөн дә отошлоАуыл халҡы элек-электән шәхси ихатаһында күпләп мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт тәрбиәләп, төрлө йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп, умарта тотоп, ғаиләһен аҙыҡ-түлек менән туйындырып, үҙенән артып ҡалған продукцияһын баҙарға йә булмаһа оло юл буйына сығарып һатып, уны аҡсаға әйләндерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 21 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышын — йәйҙе, йәйен ҡышты хәстәрләпТәбиғәт ауыл эшсәндәрен төрлөсә һынап та, иркәләп тә ала, әммә улар ҡойоп яуған ямғырҙарға ла, ҡарлы бурандарға ла, эҫе көндәргә лә иғтибар итмәй, намыҫ менән хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Әле генә сәсеү эштәрен тамамлап, хәл алып өлгөрҙөләрме-юҡмы, йәшелләнеп килгән баҫыуҙарҙы химик утау ваҡыты ла еткән. Бөгөн республиканың һәр хужалығы баҫыуҙарында ошо тәңгәлдә эш алып барыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 30 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшҡыуар булам тиһәң, тырышлыҡ кәрәкТырыштың эше ырыҫлы, ти халыҡ. Ана шундай таһыллыларҙың береһен Мишкә районында осратырға насип булды. Һүҙебеҙ шәхси эшҡыуар, булдыҡлы ир-азамат Ринат Ғилманов хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 44 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҡсүттәрҙең  үҙ ҡыярыБерәүҙәр “эш юҡ” тип зарланғанда, тәүәккәлдәр, егәрлеләр уңыштарға ирешә. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында йәшәгән Болдыревтар ҡыяр үҫтереүгә тотонған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 76 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына