Хөснулла Ерьесов Иҫке Сибай ауылында һуғыштан бер йыл алда донъяға килә. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған һәм Ҡарағайлы йылғаһының арғы яғында үҙ исеме бирелгән айырым бер утар булып ултырған Ҡарағүбәк уҙаман нәҫеленән ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Интернет селтәренең кеше һаулығы өсөн зарарлы булыуына ҡарамаҫтан, уның ыңғай яҡтары ла бихисап. Кешеләргә яңы офоҡтар аса, үҙ һәләтеңде үҫтереп, аҡса эшләү мөмкинлеген бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 418 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәй – күптәрҙең түҙемһеҙлек менән көтөп алған яратҡан миҙгеле. Әммә тынсыу һәм эҫе һауа ҡайһы бер категорияға ҡараған кешеләр, атап әйткәндә, ауырлы ҡатындар, бала имеҙгән йәш әсәйҙәр, бәләкәй балалар, өлкән йәштәгеләр, хроник сирлеләр һаулығына кире йоғонто яһауын оноторға ярамай. Көндәрҙең эҫе тороуын иҫәпкә алып, унан һаҡланыу сараларын иҫкә төшөрөү урынлы булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 304 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөлдөрәмә тулы мыстар, йыйылды яҡын дуҫтар Нимә ул “мыстар?” Был һүҙ ҡайҙан алынған? Нимәне аңлата? Шундай ҡыҙыҡһыныу менән баймаҡтар был көндө Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Азамат ТИМЕРҒАЗИН: “Башҡорт киноһының яҙмышы өсөн беҙ яуаплы” Азамат ТИМЕРҒАЗИН – “Башҡортостан” киностудияһында хеҙмәт юлын башлаған, был өлкәлә ярайһы тәжрибә туплаған егеттәребеҙҙең береһе. БЮТ телеканалының эшмәкәрлеген сит өлкәләрҙә әүҙемләштереү, “Ер һәм кешеләр” кинофестивален ойоштороу эштәре барышында ул үҙен ысын профессионал итеп танытты. Һәр саҡ яңы идеялар менән яна, ҡыҙыҡлы проекттарҙа эшләй. Ошо көндәрҙә ул “102 ТВ” каналын асып, унда башҡорт режиссерҙарының эшмәкәрлеген пропагандалау ниәте менән йәшәй. Беҙ уға ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында һөйләүен һорап мөрәжәғәт иттек.
Ком: 1 // Уҡынылар: 920 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр быуындың үҙ маҡсаты бар Йәшәйеш ҡанундары ғәләмәт тиҙ үҙгәреп торған заманда йәшәйбеҙ. Ашығабыҙ, абынабыҙ, юғалтабыҙ, табабыҙ, әммә замандан артта ҡалмай уның менән тиң атларға тырышабыҙ. Тиҙ әйләнгән тормош ҡуласаһы беҙҙән үҙе үк етеҙлек, йылғырлыҡ талап итә. Саҡ ҡына уяулығыңдан яҙҙыңмы башҡалар араһында баҫылып ҡалыу ғына түгел, үҙ йөҙөңдө, асылыңды юғалтҡаныңды ла һиҙмәй ҡалырһың. Шуға күрә лә үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы белдереү, ныҡлы баҫып тороуыбыҙҙы раҫлау өсөн эргә-тирәлә булып ятҡан хәл-ваҡиғаларҙы ваҡытында үҙләштереп, яңыларына әҙер тороу бурысы ла баҫа алдыбыҙға.
Ком: 5 // Уҡынылар: 1024 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аралашыуҙарға ни етә! Бөгөнгө тиҙлек, уңайлы мөмкинлектәр заманында сит илдәргә сығып әйләнеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Тик төрлө маҡсаттар менән ҡуҙғалалар сәфәргә: хаж ҡылаһыңмы һин, әллә ял итергә бараһыңмы, бәлки, ҡунаҡҡа саҡырғандарҙыр. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ — инде ике тиҫтә йылдан ашыу Венгрия ғалимдары менән даими фәнни бәйләнештә булған филология фәндәре докторы, профессор, милләтебеҙҙең арҙаҡлы ҡыҙы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы ХИСАМИТДИНОВА. Ул яңы ғына Венгрияла “Ҡоролтай” исеме аҫтында үткән халыҡ-ара форумда булып ҡайтты. Эш сәфәренең, юл тәьҫораттарының эҫе мәлендә ғалимәгә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 438 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөт фестиваленә  рәхим итегеҙ! Баш ҡалабыҙҙың Салауат Юлаев майҙанында 3 сентябрҙә Рәсәйҙәге иң ҙур һөт байрамы – VI “Һөт иле” фестивале уҙғарыла. Республикалағы һөт һәм һөт ризыҡтарын етештереүселәр, шулай уҡ фермер хужалыҡтары унда үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 409 тапҡыр // Тотош уҡырға
Биҙәүестәрҙә халҡыбыҙ тарихы сағыла Быуаттар төпкөлөндә яралып, беҙҙең көндәргәсә тарихи осорҙарҙың һыҙаттарын һаҡлап килгән йолаларҙы тергеҙеп дауам итеүсе кешеләр бар. Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылынан Светлана Ибраһимованы үҙ ҡулдары менән боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен, биҙәүестәрен халҡыбыҙға кире ҡайтарыусы, тип әйтһәк һис яңылышмабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зәйнулла Рәсүлев – башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе Быйыл йәй Интернет селтәрендә Дағстан Республикаһында ҡалҡып сығасаҡ ике мәсет хаҡында хәбәр таралды. “Вестник Кавказа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Рамаҙан айы тамамланыу менән асыла улар. Яңы иман йорттарын төҙөү идеяһы менән республика имамы сығыш яһаған. Биш меңгә яҡын кешене һыйҙырырлыҡ был ғибәҙәтханаларҙың береһенә –Зәйнулла Рәсүлев, икенсеһенә уның уҡыусыһы Ғатаулла Баязитовтың исеме бирелә. Бер яҡтан, был ваҡиғаға ҡыуанһаҡ, икенсе яҡтан, виртуаль селтәрҙә таралған мәғлүмәттә: “Мечети будут носить имена известных татарских религиозных деятелей Зайнуллы Расулева и Гатауллы Баязитова”, – тигән юлдарҙы уҡып, “Быныһы ни булды тағы?” тигән һорау бирәһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 798 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына