“Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзитен яҙлыҡтырмай уҡып барам. Бер һаны ғына уҡылмай ҡалһа ла, нимәлер етмәй төҫлө. Гәзит бик йөкмәткеле, унда тормошобоҙҙоң күп яҡлы, ҡатмарлы күренештәре, хәл-ваҡиғалары һүрәтләнә. Был баҫманы сығарған ғилемле, зыялы заттарға, уның баш мөхәрриренә, халҡыбыҙҙың күңел торошон, зиһенен, донъяға ҡарашын байытыуға арымай-талмай аҡыл көстәрен сарыф иткәндәргә һаулыҡ-сәләмәтлек насип әйләһен Аллаһы Тәғәлә. Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ уларға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 475 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаланың тауығы булғансы,  ауылдың әтәсе булҠаланың тауығы булғансы,  ауылдың әтәсе бул Әллә аҡрынлап һарыға һабыша башлаған япраҡтар, әллә көн билбауының тәүлек һайын ҡыҫҡара барыуы күңелдә барыбер моңһоулыҡ уята. Ә бит йәйҙең тәҡәтһеҙ эҫе булыуына ҡарамаҫтан, яҙғы ҡояшты, нурға ҡойонған урмандарҙы, ауылдың шаулашып һабанға йыйыныуын иртә көҙҙән һағына башларбыҙ әле...
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тыуыр әүлиәләй ҡатындар,  тик рух тере ҡалһын халҡымда” “...Ниәтемде атҡарырға көс-дарманым етерҙәй? Үҙ-үҙемде белә-белгәндән таныш бер халәткә инәм дә... Индем! Булмышыма баҡтым: унда сит күҙгә күрһәтмәй генә бәпләгән серле Йәнағасым үҫә, үҙем шулай атаным. Ундай ағас бер ҡайҙа ла, бер кемдә лә юҡ, сөнки уны тик мин үҙ баҡсамда бар ҡылдым да йөрәгемде уға емшән иттем, ғүмер һутым менән һуғарҙым, күңел нурым һирпеп, яҡты һәм наҙ бирҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 718 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы элек-электән бағымсылар төйәге булыуы менән дан тотҡан. Ауылды уратып алған хозур тәбиғәт – Ташкүл, Аҡҡош, Йомортҡалы күлдәре, Зәм-зәм шишмәһе, Буранбай үҙәге, Ҡара Ҡабаҡ буйы быға сәбәпсе түгелме икән? Бағымсы, быуын ултыртыусы Нурия Байгилдинаны районда ғына түгел, республикала ла белделәр, хөрмәт иттеләр. Ҡулдарының име бар, тиҙәр ине уның хаҡында. Шөкөр, данлыҡлы Нурия инәйебеҙҙең изге эшен ҡыҙы Маһира, ейәнсәрҙәре Миңһылыу менән Нәсимә дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 407 тапҡыр // Тотош уҡырға
Маҡсаттарына хыянат итмәйҙәр Башҡорт асыҡ КВН лигаһы йәштәре Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаяндар һәм отҡорҙар фестиваленең сираттағы уйынын ойошторҙо. Ул Рәсәй киноһы йылына арналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 447 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам Республикабыҙҙан ситтә ғүмер иткән милләттәштәребеҙҙең тормошо менән танышырға һәр саҡ талпынам. Күптән түгел күршеләргә юл төштө – Һарыҡташ районының Һунарсы ауылына нигеҙ һалыныуға – 430 һәм урындағы урта мәктәпкә 30 йыл тулыуҙы билдәләнеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалала кем талана? Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеге кеше күңелендәге сей яраға әйләнеүе сер түгел. Был тармаҡты үҙгәртеп ҡороу тураһында хәбәрҙәр, мәғариф системаһын үҙгәртеү кеүек үк, телдән төшмәй. Ләкин, ни генә тиһәк тә, эшебеҙҙең һүҙҙән ары киткәне юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 681 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һуҡа бабай, ситкә кит!” No-till технологияһы – ул баҫыусылыҡтың бер ҙур системаһы. No-till һүҙен тәржемә иткәндә, “һабан юҡ” тигәнде аңлата. Төп асылы уның тупраҡтың өҫтөндәге ел һәм һыу эрозияһын кәметеүгә булышлыҡ иткән үҫемлек ҡалдығын һаҡлау, байытыуға ҡайтып ҡала. Ер көҙ ҙә, яҙ ҙа һөрөлмәй, тырматылмай, культивация үткәрелмәй. Шуның һөҙөмтәһендә уның төҙөлөшө боҙолмай, ер кипмәй, дым һаҡлана, ә һабан менән эш иткәндә тупраҡҡа ҙур зыян килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 342 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Төп йомғаҡ шул:  күрһәткестәр тотороҡлана” Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Ул 2016 йылдың тәүге яртыһындағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналды. Сығыш яһаусылар ғинуар-июнь айҙары һөҙөмтәләренә ниндәй баһа бирҙе, киләсәккә үҫеште нисек күҙалланы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 315 тапҡыр // Тотош уҡырға
КПРФ: киләсәккә ынтылыш бар “18 сентябрҙә илдең һәр гражданына “Үҙебеҙгә, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә ниндәй илдә йәшәргә?” тигән мөһим һорауға яуап бирергә тура киләсәк. Ваҡиғалар үҫеше Медведев хөкүмәтенең яңы либераль сәйәсәте һәр йәһәттән мөмкинлектәрен тулыһынса сарыфлауын һәм илде бөлгөнлөккә илтеүен иҫбатланы. Һуңғы сирек быуат эсендә Рәсәйҙе тотанаҡһыҙ хосусилаштырыу, долларҙың өҫтөнлөгө менән килешергә, Бөтә сауҙа ойошмаһы алдында баш эйергә мәжбүр иттеләр...”
Ком: 0 // Уҡынылар: 463 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына