Тәүәккәлләһәң – оторһоң Республикала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы уңышлы эшләй. Төбәктәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 884 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илһөйәрлек тәрбиәләү – мөҡәддәс бурыс Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә йәш быуынға төплө белем биреү, уны үҙаллы тормошҡа әҙерләү менән бер рәттән егет һәм ҡыҙҙарҙы ватансылыҡ һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре уртаға һалып тикшерелә. Краснокаманың төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеларында был йәһәттән бай тәжрибә тупланған. Уларҙың төп йүнәлештәре хаҡында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Лира Мостаева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1259 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡыҙыл әтәс” ҡотора... Түҙеп сыҙағыһыҙ эҫелек янғын осраҡтарының бермә-бер артыуына килтерҙе. Айырыуса урмандар күпләп үртәлә. Үткән тәүлектә генә “ҡыҙыл әтәс” республиканың Белорет (3 га), Әүжән (0,1 га) һәм Иглин (4 га) урман хужалыҡтары биләмәләренә “ҡунып”, бер нисә сәғәт эсендә тәбиғәткә арыу уҡ зыян килтереп тә өлгөрҙө. Ярай әле янғын һүндереүселәр уяулыҡ күрһәтте. Ғөмүмән, бер аҙна эсендә генә республика урмандарында 17 янғын осрағы теркәлеүен иҫәпкә алғанда, хәлдең ни тиклем хәүеф тыуҙырыуын күҙаллауы ҡыйын түгел — Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле төбәктә иң юғары, 5 класлы янғын хәүефе иғлан ителгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман шаңдауҙары Гөлнур Яҡупованың ижады менән күптән танышмын, шиғриәтен дә, прозаһын да, балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрен дә күҙәтеп барам. “Ҡатындар” тип аталған трилогияһын айырыуса ентекләп, тулҡынланып уҡыным, әҫәрҙәрендә даими яҡтыртыла килгән ватансылыҡ темаһынан, ил ҡалҡаны ир-аттарҙың күркәм образдарын һүрәтләүҙән яҙлыҡмауына ҡыуандым, сөнки миндә, көслө зат вәкилендә, ҡыҙыҡһыныу ҡатыш бер сәм дә уянды: гүзәлдәр хаҡында ғына яҙғанмы, уларҙы өҫтөн ҡуйғанмы талантлы әҙибәбеҙ? Ни тиһәң дә, был тема миңә, Ватан һаҡсыларының батырлыҡтарын тарихта ҡалдырыу, хәтер бағыу өсөн үҙ ғүмерендә күп көс һалған журналисҡа, үтә лә яҡын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 881 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һауалағы торнаға ымһынһаң... Редакция йомошо менән ауылдарға сыҡҡанда төрлө яҙмышлы кешеләр осрай. Кемдер һоҡланыу уята. Икенселәренән ғибрәт, һабаҡ алаһың. Өсөнсөләре – үкенесле ғүмер кисергәндәре – иһә йәлләтә, күңелде тетрәндерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 387 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тимурҙың уңышы  дәрт-сәм өҫтәй Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша рапирасы Тимур Сафинды һәм уның тренерҙары Лира Грушина менән Руслан Нәсибуллинды Олимпия уйындарында шәхси иҫәптә бронза миҙал яулау айҡанлы ҡотланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 418 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәлилдәргә бәрәкәт килтерҙе Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә Асҡар ауылында Әсмә менән Зиннәт Замановтарҙың ғаиләһендә икенсе улдары тыуа. Әбйәлилдә дауаханала бик оҙаҡ йылдар эшләгән Груша әбейҙе күптәр хәтерләйҙер. Ул Әсмәгә, көслө, батыр булыр балаң – уға Марс тигән исемде ҡуш, тип үтенә. Беҙҙең яҡ өсөн ят исем булһа ла, малайҙы Марс тип нарыҡлайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 358 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юбилейын ҡаршыларға әҙерләнгән Стәрлетамаҡ һуңғы арала иҫ китерлек гүзәлләнә. Парктар, биналар сағыу төҫ ала, шул уҡ ваҡытта стәрлетамаҡтар өсөн уңайлы мөхит тә тыуҙырыла. Мәҫәлән, әлеге мәлдә Хоҙайбирҙин һәм Элеватор урамдарын киңәйтеү эштәре ҡайнай, ул был урамдар киҫешендәге йыш күренеш – тығындарҙан – азат итмәксе. Тик форумдарға, йәғни ҡала тормошо буйынса фекер алышыуҙарға, күҙ һалһаң, был ҡайһы берәүҙәргә оҡшап етмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 400 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дүртөйлө районында уҙған республика Шәжәрә байрамында Илеш, Борай, Краснокама, Мишкә райондары вәкилдәре, шулай уҡ күрше Свердловск өлкәһенән ҡунаҡтар ҡатнашты. Байрамға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев ҡайнар сәләмләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 429 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туйөмбәт (Байулы) – 400 йылдан ашыу тарихы булған, Оло Эйек буйын үҙ иткән ыҡсым ғына бер ауыл. Уның халҡы борон-борондан ғөрөф-ғәҙәттәрен юғалтмай, тормош көтөп тыныс ҡына йәшәр булған. Шулай ҙа илдә булып торған бәрелеш, үҙгәрештәр Туйөмбәтте лә урап үтмәй. Әммә шуға ҡарамаҫтан кешеләр ҙур сабырлыҡ, тырышлығы менән барлыҡ ауырлыҡтар аша ауылыбыҙҙы һаҡлай килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 343 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика халҡын, бөтә рәсәйҙәрҙе кеүек үк, 12 авгусҡа ҡарай төндә көслө метеорит ямғыры көтә. Әйткәндәй, Персеиданың метеорит ағымы –һәүәҫкәр астрономдар һәм астрофотографтар өсөн ҙур ваҡиға. Быйыл иһә йондоҙ ямғыры айырыуса көслө булмаҡсы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 241 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙа тәртип һаҡсылары пенсионерҙарға урланған аттарын кире ҡайтарҙы. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ғафури районындағы полиция бүлегенә ике кеше мал юғалыуы хаҡында ғариза яҙған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 199 тапҡыр // Тотош уҡырға
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаров ошо көндәрҙә Салауатта үткәрелгән кәңәшмәлә әйтеүенсә, Башҡортостанда иҫерек килеш рулгә ултырған водителдәрҙең автомобилдәре ҡулға алынасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 205 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы экология һәм урманды һаҡлау проблемалары буйынса йәмәғәт мониторингының төбәк төркөмө эксперттары Благовещен халҡы менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары тиҙҙән Өфөләге травма пункттарының хеҙмәтләндереүен тикшерәсәк. Бындай сара халыҡтан ялыуҙарҙың күпләп килеүенә бәйле. Бынан тыш, йәмәғәтселәр медицина учреждениелары сайттарының мәғлүмәт еткереүен һәм асыҡлығын күҙәтеүҙе дауам итәсәк. “Рәсәй өсөн” халыҡ фронты” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк башҡарма комитетынан ошо турала хәбәр иттеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 215 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына