Һандан бигерәк сифат мөһимКисә Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡы менән сираттағы тапҡыр тура бәйләнешкә сыҡты. Дәүләт етәксеһенең был 11-се тура бәйләнеше, шул иҫәптән етенсе тапҡыр – Президент булараҡ.
Бер нисә тәүлек буйына илдең төрлө төбәктәренән һорауҙар яуҙы – 1,7 миллиондан ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, эш һанда түгел, ә сифатта: төплө, нигеҙле һорауҙарҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Рәсәй граждандарын етем балалар яҙмышы, мәғариф өлкәһендәге хәл, социаль сәйәсәт, финанс көрсөгө һәм башҡа мөһим проблемалар борсой. Әлбиттә, тура эфирҙа уларҙың барыһына ла яуап биреү мөмкин түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 690 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ҙур проблемаларыБөгөн теләге булған һәр кем эшҡыуар була ала. Бының өсөн мөмкинлектәр етерлек, тик елкәң ҡалын һәм тырышлыҡ булһын. Күптәр тап шулай уйлап, тәрән яңылыша. Үҙ эшен асырға теләүселәргә күп кәртә аша үтергә, ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килеүен иҫәпкә алғанда, ай-һай, еңелдән түгел. Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа үткән форумда һүҙ шул турала барҙы.
Отошло география
“Урал аръяғында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары” тип аталған иҡтисади форумда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Үтәшев, “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” дәүләт унитар п
Ком: 0 // Уҡынылар: 966 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” көрәшселәрҙе Мәләүезгә саҡыра18 майҙа Мәләүез ҡалаһында “Башҡортостан” гәзите Кубогы һәм приздарына милли көрәш буйынса I республика асыҡ турниры уҙғарыла.
Бәйгенең төп маҡсаты – милли көрәште үҫтереү, эскелеккә, наркоманияға, тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш, сәләмәт тормошто пропагандалау.
Турнирҙың шарттары менән гәзиттең киләһе һанында һәм сайтта танышырһығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илештең моңло игеҙәктәреБыл игеҙәк егеттәр Илеш районының Сереккүл ауылынан. Уларҙың һәләтенә һоҡланмаған кеше юҡтыр Өфөлә: баянда өҙҙөрөп уйнайҙар, көй яҙалар, тамашаларҙа ҡатнашалар...
Алмас менән Айҙар Юнысовтар Өфө сәнғәт училищеһының баян класында белем алғандан һуң, сәнғәт академияһының хор-дирижер класын тамамлаған. Бөгөн “Нур” татар драма театрында музыкаль биҙәүсе булып эшләйҙәр. Әйткәндәй, уларҙың ҡатнашлығындағы “Төнгө сәйәхәт”, “Нурлы сәфәр” театрлаштырылған тамашаһын да халыҡ йылы ҡабул итте. Ә инде Алмас менән Айҙар яҙған йырҙар Салауат Фәтхетдинов, Искәндәр Ғәзизов, Айгөл Һағынбаева, Әнүәр Нурғәлиев кеүек сәнғәт йондоҙҙары башҡарыуында республикабыҙҙың, Татарстандың телевидениеһы һәм радиоһы аша йыш яңғырап тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 892 тапҡыр // Тотош уҡырға
Геройҙар — беҙҙең аралаЕр тәнендә генә түгел, миллионлаған кешенең аңында һәм күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған Чернобыль фажиғәһенә 27 йыл булып та киткән икән. Барыһы ла кисәгеләй генә: көтөлмәгән атом һәләкәте хаҡында ҡот осҡос хәбәр, радиация эҙемтәләрен бөтөрөүгә һалдаттарҙы, тыныс тормош көтөүсе граждандарҙы мобилизациялау, тәүге ҡорбандар, яҡындары ваҡытынан алда яҡты донъянан киткәндәрҙең ҡара ҡайғыһын уртаҡлашыу...
Былтыр Рәсәй Президенты тарафынан 26 апрель Радиация аварияларында һәм һәләкәттәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө итеп иғлан ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 854 тапҡыр // Тотош уҡырға
Африканың башҡорт егетеЭлек аҫыл ир-егеттәребеҙҙе көсләп һөргөнгә ебәрһәләр, бөгөн инде улар аҡса эшләү, донъя күреү маҡсатында үҙҙәре теләп сит яҡтарға юллана. Мәҫәлән, Африка тиклем Африкала (!) Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының миссияһы буйынса менеджер-тәржемәсе булып йөрөгән яҡташыбыҙ хаҡында ишеткәс, тәүҙә ышанмайыраҡ торҙом. Уның тыуған яҡҡа ҡайтыуын белеп ҡалғас, күрешмәй булдыра алманым. Рухи терәге булған ҡәҙерле атаһын һуңғы юлға оҙатырға ҡайтҡан егет, ҡайғылы мәле булыуға ҡарамаҫтан, осрашып әңгәмәләшергә яйын тапты.
Хәйер, башта уның менән таныштырып үтәйек: Күгәрсен районының Түләбай ауылы егете Руслан Псянчин була ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 989 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәмлектәренә һоҡландымКүптән түгел М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы Туфан Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” музыкаль комедияһы менән Ханты-Манси автономиялы округына гастролгә барып ҡайтты. Сәйәхәттән һуң йәш актер Илнур Лоҡманов тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
— Быға тиклем ят тарафтарға гастролгә сыҡҡаным юҡ ине. Бары тик һабантуйҙарҙа ғына ҡатнаштым. Гөрләп торған байрам мәлендә милләттәштәр менән аралашыу мөмкинлеге сикләнгән. Ә был сәфәрҙә тыуған еренән ситтә йәшәгән башҡорттар менән аралашып, уларға һоҡланып ҡайттым. Түбәнге Һартым, Сорғот, Нефтеюганск, Нижневартовск, Лангепас ҡалаларында булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 809 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сая икән әйле башҡорттары!Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәге үҙенсәлеклелеге менән айырылып тора. Шуға күрә ул яҡтарға сәфәргә сығыу — һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға. Был юлы Дыуан районының Мәсәғүт ауылына юл тоттоҡ, унда барыуҙың сәбәбе лә мөһим ине — әйле ырыуы башҡорттары ошонда үҙенең йыйынын үткәрҙе.
Командировкаға таң һарыһынан ҡуҙғалдыҡ. Йоҡомһорап ҡына ултырған юлдаштарымды водителдең ҡысҡыртып ҡуйған башҡорт йырҙары шунда уҡ уятты. Мәсәғүткә барып еткәнсе дәртле йыр-моң тыңлап барыу беҙҙе ифрат рухландырҙы. Килеп етеү менән башҡорт рухы аңҡып торған мөхиткә сумдыҡ. Мәҙәниәт һарайы алдында тирмәләр ҡуйылған, улар милли әйберҙәр менән йыһазландырылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөһим мәсьәләләр ҡаралғайны ла...Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ғаиләлә атай абруйын күтәреү, атай тәрбиәһен көсәйтеү мәсьәләләренә арналды. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәновтарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа әүҙемләште. Бигерәк тә уның рәйесе итеп Ирек Бикмәтов тәғәйенләнгәс, эш алға киткәндәй булды. Был турала сығыш яһаусылар ҙа, ҡала хакимиәте етәксеһе лә билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 865 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмышыбыҙға хужа булайыҡ!Халҡыбыҙҙа элек-электән матур бер йола йәшәгән: борсоған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итер өсөн улар йыйын йыйған, илдең абруйлы аҡһаҡалдарын саҡырып, бергәләшеп кәңәш ҡорған. Бөгөн халҡыбыҙ алдында ер, тел һәм милләт проблемалары киҫкен тора. Ауылдарҙа мәктәптәр ябыла, халыҡ эшһеҙлектән генә түгел, эскелектән ыҙа сигә. Илебеҙҙә бигерәк тә битарафлыҡ, бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарһыҙлыҡ арта барған саҡта беҙҙе берҙәмлек кенә һаҡлап ҡаласаҡ. Тап ошондай ваҡытта милләттәштәребеҙ араһында аңлатыу эше алып барыу зарур. Темәс ауыл Советы биләмәһе башҡорттарының ҡоролтайы шул маҡсаттан сығып ойошторолдо. Ҡорҙоң районда беренселәрҙән булып тап ошонда үтеүе осраҡлы түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1000 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына