Рөстәм ХӘМИТОВ:  “Төп бурысыбыҙ — кеше өсөн уңайлы йәшәү мөхите булдырыу”Власть эшенең нигеҙендә — кеше һәм уның тормошо
Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға әүәлге Мөрәжәғәтнамәне тәҡдим иткән мәлдән бер йыл үтте. Бөгөн мин алдағы осорға һәм урта сроклы перспективаға эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләйәсәкмен.
Уҙған йыл барыбыҙ өсөн дә сәйәси һәм гражданлыҡ йәһәтенән өлгөргәнлеккә имтихан булды. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттарын, ил Президентын һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайланыҡ. Республика һайлау ҡануниәтен үҙгәртеү һәм яңы сәйәси хәрәкәттәр барлыҡҡа килеү менән бәйле булған дөйөм сәйәси системаны яңыртыуҙың мөһим этабын уңышлы тормошҡа ашырҙы.
Башҡортостан ил үҫешендәге ошо ҡатмарлы осорҙо лайыҡлы үтә. Уҙған һайлауҙарҙың йомғаҡтары — быға яҡшы дәлил. Тауыш биреү һөҙөмтәләре республика халҡының тотороҡлолоҡто һәм татыулыҡты яҡлауын иҫбатланы. Был һөҙөмтәләр халҡыбыҙҙың уйланылған гражданлыҡ позицияһын сағылдыра, ҡотҡоға һәм экстремистик ғәмәлдәргә беҙҙә юл ҡуйылмауын асыҡ күрһәтә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1966 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡыллы йәмғиәт төҙөргә ынтылыуҙы хуплайбыҙБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен нисек ҡабул иттегеҙ?
Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:
— Ҙур күләмле программаны эсенә алған документта йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләре сағылыш тапҡан, ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу юлдары билдәләнгән.
Президенттың дәүләт алдында торған мәсьәләләрҙе алдынғы ҡараштан сығып хәл итергә тырышыуы оҡшай. Ошо йәһәттән уның “смарт йәмғиәт”, йәғни “аҡыллы” йәмғиәт моделенең төп принциптарын тормошҡа ашырыу кәрәклеге тураһындағы тезисын миҫалға килтерер инем. Властың асыҡлығын тәьмин итеү, дәүләттең идара процесына мәғлүмәт технологияларын индереү буйынса әле парламентта эш бара. Бөгөн бөтә мөһим закон проекттары йәмәғәтселектә әүҙем тикшерелә, өйрәнелә. Республиканың һәр гражданы был эштә әүҙем ҡатнаша ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1345 тапҡыр // Тотош уҡырға
... Арбаңды ҡыш әҙерләАуыл эшсәндәре тынғы белмәй, республикала ауыл хужалығы техникаһын киләһе сәсеүгә әҙерләү осоро башланды.
Һәлкәүләнергә ярамай. Буласаҡ уңышҡа нигеҙҙе бөгөн үк һалырға кәрәк. Дүртөйлө районында ауыл хужалығы техникаһын һаҡлау һәм йүнәтеү мәсьәләләре буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко ошо турала һөйләне.
— Республика Хөкүмәте техниканың төп төрҙәрен йүнәтеү буйынса ҡәтғи график билдәләне. Барлыҡ сәскестәр һәм сәсеү комплекстары 1 апрелгә әҙер булырға тейеш. Ошо талаптың үтәлешен ныҡлы тикшерәсәкбеҙ, — тине ул. — Юғиһә беҙ бөгөн эшләй торғанды иртәгәгә ҡалдырырға күнеккәнбеҙ. Райондарҙағы ауыл хужалығы идаралыҡтары министрлыҡҡа яҡшы күрһәткестәр тураһында отчет бирә, асылда иһә, техниканы йүнәтеү буйынса республика Хөкүмәтенең бойороҡтары йылдан-йыл үтәлмәй ҡала. Ҡайһы бер предприятиелар ҡар ирей башлағас ҡына сәсеүгә әҙерләнә башлай ине. Артабан бындай хәлгә юл ҡуйылмаясаҡ…
Ком: 0 // Уҡынылар: 1454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уларға дәғүә юҡ
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Транснефтепродукт” нефть продукттарын ташыу буйынса акционерҙар компанияһы” башлығы Владимир Шиманович менән осрашты.
Былтыр “Транснефтепродукт” акционерҙар компанияһы” менән республиканың Ер һәм мөлкәт министрлығы араһында махсус килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Сарала ошо компанияға ингән “Уралтранснефтепродукт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү эшмәкәрлеге, шулай уҡ килешеүҙең үтәлеше хаҡында һүҙ барҙы.
Республика етәксеһе бөгөн предприятие эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
– Һеҙгә дәғүәбеҙ юҡ. Киләсәктә лә эште ошолай дауам итһәк, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, – тине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1465 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рио-де-Жанейро көтәҺуңғы йылдарҙа Башҡортостан Паралимпия чемпиондарын әҙерләү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһенә әүерелде. Быйыл, мәҫәлән, Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендәге 36 алтын миҙалдың һәр өсөнсөһө яҡташтарыбыҙ өлөшөнә тура килде. Инвалидтарҙың "Иҙел" республика физкультура-спорт клубы рәйесе Фәнил Ғабдуллин әйтеүенсә, алдағы Паралимпия уйындарында ла лайыҡлы сығыш яһарҙай спортсылар байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1201 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш яланымы ни: ҡорбандар артҡандан-артаВИЧ-инфекция таралыуын, үҙ ҡосағына яңы ҡорбандар эләктереүен дауам итә. Был афәт беҙҙең республикала ла тәрән тамыр йәйҙе. Рәсәйҙә әле
700 меңдән ашыу сирле кешенең теркәлеүе билдәле. Вафат булыусылар 90 меңдән күберәк,
ти белгестәр.
Башҡортостанда был хәүефле сирҙе ауыҙлыҡлау өсөн ниндәй саралар күрелә? СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү буйынса республика үҙәгенең бүлек мөдире Нурфиға ХАФИЗОВА беҙҙе ҡыҙыҡһындырған
һорауҙарға яуап бирергә тырышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1619 тапҡыр // Тотош уҡырға
3 ДЕКАБРЯ
ПОНЕДЕЛЬНИК

БСТ

07.00 “Сәләм” (12+)
10.00 Новости недели (на баш. яз.)
10.30, 15.30 “Гора новостей”
Ком: 0 // Уҡынылар: 2166 тапҡыр // Тотош уҡырға
3 ДЕКАБРЬ, ДҮШӘМБЕ

08.15, 16.15 “Был көн”
08.45, 16.45 “Тамаша”
09.15, 18.15 “Ижади портрет”. Ф. Әхмәтов
10.15, 22.15 “СӘМ”. Айлыҡ мәҙәни ваҡиғаларға байҡау яһаусы радиожурнал
11.15, 21.15 “Илһам”. Р. Йәнбәк шиғырҙары
12.15, 20.15 “Һүҙ ҡәҙере”. Авторы — Ә. Батталова
Ком: 0 // Уҡынылар: 1507 тапҡыр // Тотош уҡырға
-Һалҡын ҡыш – эҫе йәй.
-Ҡышҡы йылы – йәйге һыуыҡ.
-Ҡыш ҡоро һәм һалҡын икән, йәйҙең ҡоро һәм эҫе булыуын көт.
-Ҡарлы ҡыш ямғырлы йәйгә ишара.
-Ҡышҡы буран ынйыҡ йәйгә килтерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1447 тапҡыр // Тотош уҡырға
1 — Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө
3 — Халыҡ-ара инвалидтар көнө
— Юристар көнө
7 — Халыҡ-ара граждандар авиацияһы көнө
9 — Бөтә донъя балалар телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙары көнө
— Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө
— Ватан Геройҙары көнө
Ком: 0 // Уҡынылар: 1354 тапҡыр // Тотош уҡырға
Майшәм һатыусылар байый, былай булғас...Сирләп киткән ҡыҙымды физкабенетҡа йөрөтәм. Ошонда эшләгән мөләйем генә Зилә апай менән гел аралашып, хәл-әхүәлен белешеп торам. Бер килгәндә ул мине шаҡ ҡатырҙы.

Ышаныусылар
табылып тора


– Лилиә, гәзиттә эшләгәс, моғайын, ахырызаман тураһында минән күберәк беләһеңдер. Әҙерләнә башланығыҙмы?
– Нимәгә?!
– Ахырызаманға! Иремдән буржуйка эшләттем, бер йәшник майшәм, шырпы, консервалар һатып алып ҡуйҙым. Һин нишләп йоҡлап йөрөйһөң? 21 декабрҙә ахырызаман була тип Интернет күптән гөрләй бит.
– Әллә, ундай имеш-мимешкә иғтибар итмәгәс ни…
Ком: 0 // Уҡынылар: 936 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәңге юғалмаҫ “Ҡурай” барТөҫлө шаҡмаҡтарҙағы хәрефтәрҙән һүҙ төҙөп, 8-962-521-19-39 номерына шылтыратып, паролде дөрөҫ әйткән бер кешегә 7 декабрҙә Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үтәсәк “Ҡурай” дуҫтарын йыя” тамашаһына саҡырыу ҡағыҙы биреләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 846 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тирә-яҡ мөхит именлеге — беҙҙең уртаҡ хәстәрБашҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда халыҡ ифрат күп. Фойела кемде генә осратмаҫһың! Өйкөм-өйкөм булып аралашып тороусылар араһында министрҙар, депутаттар, төрлө кимәлдәге етәкселәр, милли-мәҙәни ойошмалар вәкилдәре, дин әһелдәре, ғалимдар — төрлөһө бар. Мөхит, бер яҡтан, көсөргәнешле булып тойолһа, икенсе яҡтан, байрамса ла. Сәбәбе етди шул: бер нисә минуттан Башҡортостан Президенты Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһарға тейеш. Киләһе йылдың төп сәйәси документы, депутаттарға тип тәғәйенләнһә лә, барлыҡ республика халҡына төбәлгән. Артабан республиканың сәйәси йәһәттән ниндәй йүнәлеште өҫтөнлөклө итеп алып, ҡайһы юлдан үҫәсәге ошонда билдәле буласаҡ бит!
Ком: 0 // Уҡынылар: 1026 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 57-се пленар ултырышы ваҡиғаларға бик бай булды.
Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңлағандан һуң Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин төбәктә хоҡуҡ тәртибе торошо тураһында доклад менән сығыш яһаны, Башҡортостан Республикаһының һәм Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фондының 2013 йылға һәм 2014, 2015 йылдарҙағы план осорона бюджеттары ҡабул ителде. Шулай уҡ 2013 йылға һәм 2015 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫеш буйынса күҙаллау раҫланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 758 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Хосусилаштырыу асыҡ булырға, күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыу нигеҙендә барырға тейеш. Шул саҡта ғына был юҫыҡта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәргә урын ҡалмаясаҡ. Милек мәсьәләләре — ҡатмарлы эш”, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 764 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 32 Алға
Бит башына