Тармаҡҡа иғтибар көсәйәКисә Өфөлә Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумы дауам итте. Йыйында ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы күргәҙмәһе лә эшләне. Һәр кем башҡорт балынан, милли аш-һыуынан ауыҙ итте, милли кейемдәр, сувенирҙар һатып алды.
Мәртәбәле сарала Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин да ҡатнашты. Өфөгә килгәнгә тиклем ул Әстрхан ҡалаһындағы фажиғә урынында булды, шартлау һөҙөмтәһендә емерелгән йорт янында кәңәшмә үткәрҙе һәм зыян күреүселәрҙең яҙмышын хәстәрләү сараларын тикшерҙе. Хөкүмәт етәксеһен “Өфө” халыҡ-ара аэропортында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы форумының пленар өлөшө Конгресс-холда булды. Владимир Путин был сараның мөһимлеген билдәләп, иҡтисади йәһәттән ауыл хужалығын йыһан технологияларын етештереү һәм машиналар эшләү кеүек тармаҡтар менән бер тиң стратегик йүнәлеш тип атаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1783 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңелмәҫ "Сыңғыҙхан" — башҡорт батырыДенис Шафиҡов сираттағы мәртәбә Европа чемпионы булып танылды
Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында йәшәүсе 26 йәшлек боксёр, IBO версияһы буйынса донъя чемпионы Денис Шафиҡов 25 февралдә Абердин ҡалаһында (Шотландия, Бөйөк Британия) сираттағы еңеүен яулап, Европа чемпионы титулын һаҡлап ҡалды. Дәғүәсеһе лә ниндәй ине бит әле — "Абердин үлтереүсеһе" тигән ҡушаматлы Британия Берҙәмлеге чемпионы Ли Макаллистер!
Ринг батырының ҡайтыуын ишеткәс, шылтыратып хәлен белеү, тәьҫораттарын уртаҡлашыу теләге тыуҙы. Телефонды әсәһе Бүләкәй Ғәли ҡыҙы алды.
— Денис иртәнсәк кенә ҡайтып етте. Әле йоҡлай, һуңғараҡ шылтыратырһығыҙ инде, — тине ул беҙгә.
Ком: 2 // Уҡынылар: 1748 тапҡыр // Тотош уҡырға
Инвесторҙар киләБашҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Патра” компанияһы президенты Ли Дон Ху етәкселегендәге Корея делегацияһы менән осрашты.
Парламент Рәйесе, республика үҫешкән ҡануниәткә эйә, беҙҙә инвестициялар йәлеп итеү һәм уларҙы яҡлау өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырылған, һалым ташламалары билдәләнгән, тип белдерҙе.
Корея инвесторҙары Архангел районында светодиот лампалары етештереү заводы һәм һөт эшкәртеү комбинаты төҙөргә уйлай. Әле бының өсөн ер бүленә. Тәүге ваҡытта иллегә яҡын эш урыны буласаҡ, киләсәктә уның 200-гә тиклем еткерергә ниәтләйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1616 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хоҡуғығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙРәсәй Президентын һайлауға биш көн ваҡыт ҡалды. 4 мартта шулай уҡ республикабыҙҙың муниципаль ҡала һәм район Советтарына депутаттар өсөн тауыш бирәсәкбеҙ. Быйыл илдә һайлау тәүге тапҡыр веб-камералар күҙәтеүендә үтәсәк. Беҙҙең республика быға күптән әҙер.
Башҡортостандың һайлауға әҙерлеге барышы тураһында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова һөйләне.
Һайлау алды кампанияһы иң ҡыҙыу нөктәһенә етте. Был тәңгәлдә ғәмәлдәге ҡануниәттә ҡаралғандан асығыраҡ шарттар булдырылыуы хаҡында әйтергә мөмкин. Беҙ, демократик практиканы үҫтереп һәм камиллаштырып, закондан алда барабыҙ.
Һайлау комиссиялары тауыш биреү көнөнә әҙерләнә. Улар менән уҡытыу семинарҙары үткәрелә, тауыш биреү өсөн үтә күренмәле йәшниктәр, веб-камералар урынлаштырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1576 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнле аралашыуға етмәйҠайһылай тиҙ үҙгәрә заман! Элек китап кибеттәрендә сират була торғайны. Классиктарҙың әҫәрҙәрен, яңы сыҡҡан роман-хикәйәләрҙе уҡыр өсөн яҙҙырып ала, һирәк китаптарҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, туҙҙырып бөтә инек.
Ә китапханаларҙа... Мин уларҙың буш торғанын хәтерләмәйем. Юҡҡамы ни беҙҙең ил иң күп уҡыған дәүләт иҫәпләнә ине.
Хәҙер магазин кәштәләре китаптан һығыла. Йәнең теләгән әҫәрҙе алып уҡырға мөмкин. Әммә... тормош ҡиммәтләнгән һайын китаптың да хаҡы арта бара, һәм күптәр китап кибетен урап үтергә тырыша. Ә бына китапханала хәл икенсерәк. Ул башлыса совет осорондағы фонд менән йәшәй. Уҡыусыларҙың һаны ла кәмегәндән-кәмей, сөнки, берҙән, унда яңы китаптар килмәй, икенсенән, балаларҙа, йәштәрҙә уҡыуға әүәҫлек юҡ. Ниндәйҙер дәрәжәлә әҙәби әҫәрҙәрҙе Интернет алыштыра. Ғөмүмән, хәҙер уның аша бөтөн мәғлүмәтте лә алырға мөмкин. Ә шулай ҙа...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1831 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сорғоттан килгән бүләкХикмәтле инде был тормош. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи талаптарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, Һамар, Һарытау һәм башҡа өлкәләргә башҡорт телендәге китаптар йыйып алып китергә йыйынған бер мәлдә, Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылына ҙур ғына бүләк килеп төштө. Йөҙҙән ашыу китапты тыуған ауылына әлеге ваҡытта Сорғот ҡалаһында йәшәгән Мөхтәр Сәғитов ебәргән.
— Мөхтәр Вәлиулла улы, байтаҡ йылдар ситтә йәшәһә лә, тыуған төйәген бер ҙә онотмай, — ти ауыл китапханаһы мөдире Ильяс Сәғитов. — Ауылдың арҙаҡлы кешеләренә арналған стенд эшләргә йыйынғаныбыҙҙы белгәс, үҙ аҡсаһына билдәле шәхестәребеҙҙең төҫлө фотоһүрәттәрен ҙурайтып, улар хаҡында мәғлүмәт туплап, зауыҡлы рамдарға ҡуйып, беҙгә ебәргән. Китаптары фондыбыҙҙы байытты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1727 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абруйлы ғилем усағындаСәйетбаба урта мәктәбе — Башҡортостанға ғына түгел, илебеҙгә лә бихисап шәхестәр биргән абруйлы ғилем усағы.
“Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына берҙәм ҡушылып, бөгөн тотош уҡытыусылар коллективы төп гәзитебеҙҙе алдырып уҡый”, — ти мәктәп директоры Зөһрә Хәйруллина. Физика уҡытыусыһы Рәйес Мурзин да уның һүҙен ҡеүәтләй:
— “Башҡортостан” ғаиләбеҙ гәзитенә әүерелде. Сығарылыш класы етәксеһе булғас, ул уҡыусылар менән төрлө әңгәмәләр үткәреүҙә ныҡ ярҙам итә. Фәһемле мәҡәләләр баҫыла, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре һәйбәт яҡтыртыла, тәрбиә темаһына ҙур урын бирелә.
Сәйетбабала Ғәлиә Вәлиева, Миңлесор Тоҙбәкова, Инера Сираева, Илдар Хәкимов, Әлфиә Степанова, Рәмилә Ғәзизова, Гүзәл Латипова, Гөлшат Мусина, Луиза Мусина, Фәнүзә Заһиҙуллина, Рәмил Латипов, Илһам Байбулдин, Фәниә Фәйзуллина кеүек тәжрибәле уҡытыусылар йәш быуынға белем биреүгә ҙур көс һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1339 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киң ҡоласлы һәләт эйәһеТәбиғәт уны мул бүләкләгән. Ул урғылып, ташып торған моңло тауыш, ул нурланып, балҡып торған тормошто яратыу, ул йәшәйешкә хужаларса яуаплы ҡараш. Ошо сифаттарҙың береһе генә лә шыйығыраҡ холоҡло берәйһен башын юғалтырға мәжбүр итә алыр ине, ә ул барыһын да бергә уҡмаштырып, эргә-тирәһендә тормош ҡайнап торорлоҡ итеп йәшәне һәм йәшәй. Һүҙ — Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған йырсы һәм уҡытыусы Флүрә Ноғоманова тураһында.
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы ла, әсәһе лә йырға бик оҫта булған. “Атайыма заманында музыкаль белем алырға мөмкинлек булһа, Мәғәфүр ағай Хисмәтуллиндан кәм йырламаҫ ине тип уйлайым, сөнки уның диапазоны шул тиклем киң ине. “Етеҙ бүртә”не уның кеүек донъяларҙы яңғыратырлыҡ итеп бер кем дә йырламай, — тип хәтерләй йырсы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1856 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйҙәрем — ағинәйҙәремТылсымлы ла таш...
Бер ваҡыт, Нөгөш буйында уйнап йөрөгәндә, Ишбикә исемле ҡыҙҙы йылан саға. Ул шул тиклем ныҡ шешенә, хатта теле ауыҙына һыймай башлай. Нәсихә өләсәй ҡарап тора ла:
— Ах, был бала үлә бит, — ти. — Йыланың ниндәй төҫтә ине? Боронғоларҙың юрауы буйынса йылан үлмәһә, йыландан сағылған кеше үлергә тейеш була. Өләсәй йыланды арбап саҡырып килтерә. Йылан аласыҡ башына үрмәләп менә лә, шунда, урындыҡта, балаларҙың күҙ алдында бейектән осоп төшөп, эсе ярылып үлә. Ишбикә инәй әле лә иҫән, Ғәлиәкбәр ауылында йәшәй.
Хәйерниса инәй һыу эсеп торғанда, аяғының баш бармағына һыуыҡ һыу тамған һымаҡ була. Баш бармаҡтан алып, һыҙлатып аяғы шешә башлай. Нәсихә өләсәй, шеш юғары күтәрелмәһен тип, тәрбиәләп, инәйҙең аяғын аттың ҡылы менән һығып бәйләп ҡуя. Шеш юғары күтәрелмәй, аяҡтың аҫҡы өлөшө яйлап һулый, кибә башлай. Берҙән-бер көндө Хәйерниса инәйҙең аяғы бөтөнләй өҙөлөп ятып ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1850 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге күңелле кеше инеДәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, оло шәхес Әхнәф Мөҙәрис улы Дилмөхәмәтовтың арабыҙҙан китеүенә 40 көн тулды.
Был тыныс холоҡло, тәрән аҡыллы кешенең ғүмере ярһыу, ҡатмарлы, бер үк ваҡытта матур ҙа булды. Әхнәф ағай тормошта бөтә нәмәгә тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы һәм тәбиғәттән бирелгән аҡылы һөҙөмтәһендә өлгәшкән кешеләр иҫәбенән ине.
Әхнәф Дилмөхәмәтов Әлшәй районындағы бәләкәй генә башҡорт ауылында тыуа. Атаһы фронтта һәләк була. Ағалары ла һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, 10 йәшендә әсәһе вафат була. Аслыҡ йылдарын, балалар йорттарын үтергә тура килә уға. Әммә тап шунда бәхетен таба: Әҙилә исемле ҡыҙҙы осрата. Дуҫлыҡ ҙур тойғоға әүерелә. Уның менән 46 йыл бергә ғүмер итә, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1399 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зат-ырыуға ҡанат, ҡаҙна булдыңОшо көндәрҙә Айрат Ғәйзулла улы Ғафаровҡа 70 йәш тулған булыр ине. Гөрләтеп йәшәп ятҡанда аяуһыҙ үлем тырнағы типһә тимер өҙөрлөк, ил ағаһы булырлыҡ кешене арабыҙҙан йолҡоп алды. Аяныс, беҙ бөгөн уны юбилейы менән ҡотлап, мөһабәт кәүҙәһенә һоҡланып, йыр-моңона һәм аҡыллы һүҙҙәренә сорналып, һынсыл ҡарашының нурҙарына уралып ултыра алмайбыҙ. “Эх!” тип көрһөнәбеҙ ҙә яратҡан ағайыбыҙ менән тормош юлдары киҫешкән мәлдәрҙе хәтергә төшөрәбеҙ...
Мин, Айрат ағайҙың яҡташы булһам да (беҙ — баймаҡтар), уның менән яҡындан Өфөлә таныштым. 1985 йылда ул мине үҙе директор булып эшләп йөрөгән 11-се профессиональ-техник училищеға уҡытырға саҡырҙы. Ҡапыл ғына ризалыҡ бирмәнем, сөнки Айрат Ғәйзулла улы менән эшләү — ҙур яуаплылыҡ. Етмәһә, училище — Эске эштәр министрлығы ҡарамағында. Был иһә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Шулай ҙа ризалыҡ бирҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1208 тапҡыр // Тотош уҡырға
Владимир Путин
Рәсәй һәм үҙгәрә барыусы донъя

Был тема ентеклерәк һөйләшеүгә лайыҡ. Сәбәбе һәр дәүләттең стратегияһында тышҡы сәйәсәттең мөһим өлкә булыуында ғына түгел.
Рәсәй иҡтисади йәһәттән дә, мәғлүмәт таратыу яғынан да, мәҙәни күҙлектән дә ҙур донъяның бер өлөшө. Беҙ айырымлана алмайбыҙ һәм айырымланырға ла теләмәйбеҙ. Асыҡлығыбыҙ Рәсәй граждандарының тормошон яҡшыртыуға һәм мәҙәниәтен байытыуға, ҡытлыҡ ресурсына әүерелә башлаған ышанысты нығытыуға булышлыҡ итер, тигән ниәттәбеҙ.
Әммә беҙ кемдеңдер талаптарынан түгел, ә үҙебеҙҙең шәхси мәнфәғәттәрҙән һәм маҡсаттарҙан сығып эҙмә-эҙлекле эш итәсәкбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1055 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәбәр итеүебеҙсә, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы республикабыҙҙан ситтә ғүмер кисергән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ өсөн башҡортса китаптар, аудио- һәм видеокассеталар, шулай уҡ дисктар йыя башлағайны.
Күренекле шағир Хәсән Назар, әүҙем авторыбыҙ Әсләм Арыҫланов һәм башҡалар тәүге көндәрҙә үк шәхси китапханаһынан китаптар килтереп, өлгө күрһәтте. Кемдәр акцияға ҡушылып өлгөрмәгән, тулы мәғлүмәтте 272-05-43 һәм 272-42-07 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ. Китаптар редакциябыҙҙың 519-сы бүлмәһендә ҡабул ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 874 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңыраҡ миңә ҙур ғалимдарыбыҙ — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы Марат Илһамов, Башҡортостан Фәндәр академияһы ағзаһы, Энергия ресурстарын ташыу проблемалары институтына 34 йыл етәкселек иткән техник фәндәр докторы Әсғәт Ғүмәров менән ултырҙаш булырға насип иткәйне. Шағир әйткән шөһрәт атының ялын һыйпап ҡарау түгел, уны күптән эйәрләп менгән зыялы ағайҙарымдың тормош юлы ла, әле булһа ҡайнап торған эшмәкәрлеге лә — мауыҡтырғыс һәм һабаҡ алырлыҡ оло ҡисса.
Фәндә уларҙың хеҙмәттәре, физика, математика, механика кеүек ишетер ҡолаҡҡа яғышһыҙ өлкәләргә ҡағылғас, гәзит-журнал сәхифәләрендә бигүк күренеп бармай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1049 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһы эфирға яңыса сыға башланы. Канал тулыһынса үҙгәрҙе. Был тышҡы биҙәлешкә генә ҡайтып ҡалмай, уның эстәлеге лә үҙгәреш кисерҙе. Былтыр декабрҙән башлап “Юлдаш” телеканалында яңылыҡтар һәр сәғәт һайын бирелә башланы: заман шулай талап итә.
Телеканал етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ күпселек телевизор ҡараусылар билдәләүенсә, үҙгәрештәр менән бер рәттән канал үҙенең даими аудиторияһына ҡәҙерле булғандың барыһын да һаҡлап ҡала алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 32 Алға
Бит башына


Кнауб Андрей Артурович